Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыраҡ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 февралдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –7, төндә –15 градус тәшкил итә. Ел башлыса төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.
Иртәгә, 26 февралдә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ –5, төндә –15 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Айҙың һуңғы ике көнөндә, 27 һәм 28 февралдә, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –7 градус булһа, төндә –16-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.