Бөтә яңылыҡтар

Йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыта, епшек ҡар яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 2 мартта, болотло була, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы –2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.

Иртәгә, 3 мартта, шулай уҡ болотло була, епшек ҡар яуа, буран сыға. Термометр бағанаһы 0 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 4 мартта, һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй – ҡар ҡатыш ямғыр яуа, еңелсә буранлай. Һауа температураһы көндөҙ 0, төндә –2 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас