Бөтә яңылыҡтар

Сатлама һыуыҡ

Һауа торошо

Сатлама һыуыҡ
Сатлама һыуыҡ

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙна башында ҡапыл һыуыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 7 мартта, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ –1, төндә –5 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, 8 мартта, болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ –7, төндә –22 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Аҙна башында, 9 мартта, башлыса аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ –19 градус тәшкил итһә, төндә –26-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор: Юлай Мурзабаев
Читайте нас