Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыта, яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 12 мартта, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы –1...0 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.
Киләһе ике көндә, 13 һәм 14 мартта, шулай уҡ болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы –3...+1 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.