Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 мартта, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +3, төндә –3 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.
Иртәгә, 18 мартта, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +7, төндә –3 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Кесаҙнала, 19 мартта, аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +6 градус күрһәтһә, төндә –6-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.