Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн һәм иртәгә аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +6, төндә –5 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, талғын.
Шишәмбелә, 24 мартта, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +10 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +2 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.