

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 1 апрелдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +18, төндә +8 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 2 апрелдә, аяҙлы-болотло була бер аҙ ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +17, төндә +9 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Йома көндө, 3 апрелдә, болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +12 градус тәшкил итһә, төндә +8-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.