Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна башында һыуыта, ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 апрелдә, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +12, төндә +7 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Аҙна башында, 6 апрелдә, көндөҙ ямғыр яуыуы, төндә аяҙытыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +10 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +1 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 8 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 7 апрелдә, башлыса аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +15 градус тәшкил итһә, төндә +4-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.