Һауа торошо Погода
13 Апреля , 04:09

Аҙна уртаһында һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйә, көслө ел иҫә.

Гисметео прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +17...+21, төндә +15 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан секундына 6-8 м, көсәйгәндә 11 метрға тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 14 апрелдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +23 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +16 градус күрһәтә. Ел башлыса көнсығыштан, секундына 7 м, көсәйгәндә 10 метрға тиҙлектә иҫә.

Шаршамбыла, 15 апрелдә, башлыса аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +14 градус тәшкил итһә, төндә +4-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас