

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һалҡынса була.
Гисметео прогноздарынан күренеүенсә, иртәгә, 17 апрелдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +14, төндә +4 градус тәшкил итә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м, көсәйгәндә 10 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 18 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +16 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +8 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 4-5 м, көсәйгәндә 9 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.