Һауа торошо Погода
21 Апреля , 04:03

Һыуыта, ямғыр яуа

Киләһе көндәргә һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна уртаһында һалҡынса була, ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 21 апрелдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +12, төндә +4 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 22 апрелдә, аяҙлы-болотло булыуы, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +12, төндә +8 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Кесаҙнала, 23 апрелдә, болотло булыуы, ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +10 градус тәшкил итһә, төндә +5-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас