Һауа торошо Погода
25 Апреля , 02:58

Ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуа.

Гисметео прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 25 апрелдә, башлыса болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +8...+11, төндә +3 градус тәшкил итә. Ел башлыса көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 6-8 м, көсәйгәндә 14 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 26 апрелдә, шулай уҡ болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +12 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +3...+4 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Аҙна башында, 27 апрелдә, башлыса аялы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +16 градус тәшкил итһә, төндә +9-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас