

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ай аҙағында бер аҙ йылыта, яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 28 апрелдә, башлыса аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була, төндә аяҙыта. Һауа температураһы көндөҙ +12, төндә +2 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 29 апрелдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +14, төндә +3 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 30 апрелдә, болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +15 градус тәшкил итһә, төндә +5-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.