Ямғыр яуа

Ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр һалҡынса һәм ямғырлы була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 2 майҙа, башлыса болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +10...+13, төндә +8 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Иртәгә, 3 майҙа, шулай уҡ болотло булыуы, көн дауамында ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +14 төндә +11 градус күрһәтә. Ел башлыса көнбайыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Аҙна башында, 4 майҙа, шулай уҡ болотло булыуы һәм ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +16 градус тәшкил итһә, төндә +9-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас