Тағы ямғырлы көндәр килә

Киләһе көндәргә һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында Еңеү көнө алдынан ямғырлы була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 6 майҙа, кискә табан һәм төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +21, төндә +12 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 7 майҙа, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, төндә +13 градус күрһәтә. Ел башлыса төньяҡ-көнсығыштан, талғын.

Йома көндө, 8 майҙа, шулай уҡ болотло булыуы, ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +20 градус тәшкил итһә, төндә +1-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас