Йәйгесә эҫе көндәр башлана

Киләһе көндәргә һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә эҫе була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 майҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +26, төндә +17 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 15 майҙа, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +27, төндә +15 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Шәмбелә, 16 майҙа, башлыса аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +28 градус тәшкил итһә, төндә +16-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас