Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 22 майҙа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +9 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Ял көндәрендә, 23, 24 майҙа, шулай уҡ башлыса аяҙ булыу көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +26...+27 күрһәтә, төндә +11-гә тиклем түбәнәйә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә, тип прогнозлай синоптиктар.