Аномаль эҫелек йәки һалҡын йәй? Беҙҙе нимә көтә?

Башҡортостанда йәй яҙҙың һуңғы айында килде. Май уртаһында төбәктә аномаль эҫе һауа торошо урынлашты. Артабан нисек булыр? Синоптиктар йәй башына фараз бирҙе. 

 “Фобос” үҙәгендә 27 майҙа ҡапыл һыуытасаҡ тип иҫәпләйҙәр. Термометр бағанаһы 10 градусҡа төшә. 27 майҙан 3 июнгә тиклем көндөҙ +12-нән +16 градусҡаса, ә төндә +9 градусҡаса йылы булыуы көтөлә. 

 5 июндән температураның тағы ла бер күтәрелеүе фаразлана – +30 градусҡа тиклем һәм унан юғарыраҡ. 10 июндән 17-һенә тиклем көндөҙ +21, +23, төндә +5, +12 градус була.

18 июндән алып ай аҙағына тиклем +25-тән +30-ға тиклем көтөлә. Айҙың тәүге яртыһында ямғырлы көндәр күберәк булыуы күҙаллана. 

27 июндән һәм июлдең беренсе аҙнаһынан һауа температураһы +30 градус билдәһенә күсә. Һауа торошо үҙгәреп торасаҡ, температура тирбәлеүе көтөлә: киҫкен һәм ҡыҫҡа ваҡытлы һыуытыу, ә һуңынан тәүге күрһәткестәргә ҡайтыу. 

Росгидромет климат мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә оҙайлы осорҙа июлдә температураның ғәҙәттәгенән юғарыраҡ булыуын фаразлайҙар (норма буйынса +17, +21 градус).

"Башҡортостан" гәзите

Автор:
Читайте нас