

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр ямғырлы була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 26 майҙа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел башлыса көньяҡтан секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 27 майҙа, шулай уҡ болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +19, төндә +10 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Кесаҙнала, 28 майҙа, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +18 градус тәшкил итһә, төндә +9-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.