

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр ямғырлы була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 июндә, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +17, төндә +13 градус тәшкил итә. Ел башлыса төньяҡтан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 5 июндә, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы, кисен һәм төндә аяҙытыуы, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +18, төндә +10 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбелә, 6 июндә, аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус тәшкил итһә, төндә +12-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.