Ямғырҙар ҡасан туҡтай?

Алдағы көндәргә һауа торошо

Ямғырҙар ҡасан туҡтай?Ямғырҙар ҡасан туҡтай?
Ямғырҙар ҡасан туҡтай?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна уртаһында көслө ямғырҙар көтөлмәй.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 июндә, болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 10 июндә, башлыса аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +22, төндә +13 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.

Кесаҙнала, 11 июндә, аяҙлы-болотло булыуы, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус тәшкил итһә, төндә +14-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас