“Килә яуа, килә яуа”: ямғырҙарҙың аҙағы булырмы?

Июнь уртаһына һауа торошо прогнозы

“Килә яуа, килә яуа”: ямғырҙарҙың аҙағы булырмы?“Килә яуа, килә яуа”: ямғырҙарҙың аҙағы булырмы?
“Килә яуа, килә яуа”: ямғырҙарҙың аҙағы булырмы?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә бер аҙ йылыта, ямғырҙар кәмей.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 июндә, аяҙлы-болотло була, ҡойма ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 15 июндә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, кисен һәм төндә аяҙытыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +23 төндә +14 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Шишәмбелә, 16 июндә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +26, төндә +16 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас