Эҫе һәм ямғырлы була

Ял көндәренә һауа торошо

Эҫе һәм ямғырлы булаЭҫе һәм ямғырлы була
Эҫе һәм ямғырлы була

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә ямғыр яуыуы көтөлә.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 19 июндә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +26...+27, төндә +14 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Иртәгә, 20 июндә, аяҙлы-болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +28, төндә +18 градус күрһәтә. Ел көнсығыштан һәм көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Йәкшәмбелә, 21 июндә, башлыса болотло булыуы, ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +25 градус тәшкил итһә, төндә +17-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас