

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәр ҙә ямғырлы була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 24 июндә, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +13 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, секундына 4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 25 июндә, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +22 төндә +11 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Йома көндө, 26 июндә, болотло булыуы, кисен һәм төндә көслө ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +11 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.