

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә йылыта, ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 июндә, аяҙлы-болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +16...+17, төндә +11 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын.
Иртәгә, 30 июндә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, кисен һәм төндә аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +18, төндә +11 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 1 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +24 градус тәшкил итһә, төндә +13-кә тиклем түбәнәйә.
Йәйгесә йылы көндәр аҙна аҙағында килеүе көтөлә – ял көндәрендә һауа температураһы көндөҙ +28...+29 градусҡа тиклем күтәрелә, тип прогнозлай синоптиктар.