Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 3 июлдә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +24...+25, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 4 июлдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы һәм яуым-тшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +26, төндә +17 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Йәкшәмбелә, 5 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +30 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +17 градус була, тип прогнозлай синоптиктар.