Бер аҙ һалҡынайта, ямғыр яуа

Киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Бер аҙ һалҡынайта, ямғыр яуаБер аҙ һалҡынайта, ямғыр яуа
Бер аҙ һалҡынайта, ямғыр яуа

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һауа температураһы түбәнәйә, ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 6 июлдә, башлыса аяҙ була, кисен бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +19 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Иртәгә, 7 июлдә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +29 төндә +20 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Шаршамбыла, 8 июлдә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр һәм төндә көслө ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +25, төндә +19 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас