Эҫе лә, ямғырлы ла

Киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Эҫе лә, ямғырлы лаЭҫе лә, ямғырлы ла
Эҫе лә, ямғырлы ла

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә эҫе була, ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 11 июлдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +19 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Иртәгә, 12 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +29 төндә +21 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Киләһе аҙна башында, 13 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +28, төндә +18 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас