Бер аҙ һалҡынайта, ямғыр яуа

Киләһе көндәргә һауа торошо

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ямғыр яуа.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 15 июлдә, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +28, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 16 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +26, төндә +17 градус күрһәтә. Ел көньбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Йома көндө, 17 июлдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +26 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +16 градус була, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас