

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙнала ямғырҙар туҡтай һәм эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 19 июлдә, болотло була, ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +21, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә, 20 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы, төндә аяҙытыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +24 төндә +18 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 21 июлдә, башлыса аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +27, төндә +17 градус тәшкил итә.
Киләһе аҙна уртаһында эҫе һәм аяҙ көндәр ҡабат килә – һауа температураһы көндөҙ +30 градусҡа тиклем күтәрелә тип прогнозлай синоптиктар.