Ниһәйәт, эҫетә

Артабан инде синоптиктар һауа торошоноң рәтләнеүен, ҡороға тартыуын күҙаллай.

Быйылғы йәй ямғырлы көндәре менән үтеп бара. Шулай ҙа был аҙнала синоптиктар аяҙ, эҫе көндәр вәғәҙә итә.

Алдағы көндәрҙә Ейәнсура районында аяҙ, аяҙ-болотло көндәр вәғәҙәләйҙәр, ял көндәрендә бер аҙ ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ.

Көндөҙгө һауа температураһы +28...34 градус йылы, төндә +15...20 градус.

Артабан инде синоптиктар һауа торошоноң рәтләнеүен, ҡороға тартыуын күҙаллай.

Ниһәйәт, рәхәтләнеп һыу инер көндәр килә!

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас