Иң эҫе көндәр

Аҙна аҙағына һауа торошо прогнозы

Иң эҫе көндәрИң эҫе көндәр
Иң эҫе көндәр

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә ныҡ эҫе була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 23 июлдә, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +19 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, талғын.

Иртәгә, 24 июлдә, шулай уҡ аяҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +31 төндә +20 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.

Ял көндәрендә лә аяҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +35 градусҡа тиклем күтәрелә, төндәрен +21 градус тәшкил итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас