

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә һаман да эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 27 июлдә, салт аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +34, төндә +25 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 28 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, төндә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +33 төндә +22 градус күрһәтә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 29 июлдә, шулай уҡ аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +32, төндә +20 градус тәшкил итә.
Киләһе аҙнаның икенсе яртыһында һалҡынайта – һауа температураһы көндөҙ +23, төндәрен +16 градусҡа тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.