

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе аҙна башында эҫетә һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 2 августа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 3 августа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +24 төндә +17 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан, секундына 6-7 м тиҙлектә иҫә.
Шишәмбелә, 4 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +28, төндә +18 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.