Һауа торошо Погода
5 Августа , 03:52

Тағы эҫе көндәр килә

Киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә эҫе һәм яуым-төшөмһөҙ була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 5 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +27, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 6 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +27 төндә +15 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан, секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Йома көндө, 7 августа, башлыса аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29, төндә +15 градус тәшкил итә.

Ял көндәрендә аяҙ була, көндөҙ +35 градусҡа тиклем эҫетә, тип прогнозлай синоптиктар.

Читайте нас