

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында һалҡынайта, ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 13 августа, аяҙлы-болотло була, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +30, төндә +17 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 14 августа, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +23 төндә +10 градус күрһәтә. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбе көндө, 15 августа, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +20 градус булһа, төндә +10-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.