

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 20 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +29, төндә +18 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.
Иртәгә, 21 августа, аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +27 төндә +16 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Шәмбе көндө, 22 августа, шулай уҡ аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +26 градус тәшкил итһә, төндә +15-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.