Һауа торошо Погода
23 Августа , 04:10

Ҡыҙҙыра

Киләһе көндәргә һауа торошо прогнозы

ҠыҙҙыраҠыҙҙыра
Ҡыҙҙыра

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында киләһе көндәрҙә эҫе була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 23 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +24, төндә +12 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан, секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 24 августа, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +26 төндә +13 градус күрһәтә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын.

Шаршамбыла, 25 августа, аяҙ булыуы көтөлә, тик төндә болотлап, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +30 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +21 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас