Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк синоптиктары. Бөгөн, 25 августа, башлыса яуым-төшөмһөҙ була, тик көндөҙ төньяҡ-көнбайышта йәшенле ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +25... +30°тәшкил итәсәк.
Шаршамбы, 26 августа, төндә урыны менән, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11...+16, көндөҙ +19...+24, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа +25 градус тәшкил итәсәк.