Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә һалҡынайта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 27 августа, аяҙлы-болотло була. Һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +12 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.
Иртәгә, 28 августа, башлыса аяҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +20 төндә +6 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Ял көндәрендә аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +16...+17 градус булһа, төндә +3-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.