

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында август аҙағында һалҡынса һәм яуым-төшөмһөҙ була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 29 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +18, төндә +6 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 30 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +16 төндә +3 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Йәйҙең һуңғы көнө аяҙыйусан болотло, яуым-төшөмөһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +17... градус булһа, төндә +5-кә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.