Һауа торошо Погода
31 Августа , 09:22

Башҡортостанда тәүге ҡар яуған

Йәйҙең һуңғы көндәрендә Ирәмәл тауында тәүге ҡар яуған. Был хаҡта тәжрибәле гид Илнур Байегетов хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Гид билдәләүенсә тауҙа һауа торошо һәр ваҡыт бик тиҙ үҙгәреүсән. Күпләп яуған ҡар биш минуттан һуң сағыу ҡояшҡа алмашына һәм киреһенсә. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, сентябрь уртаһынан уҡ унда буран булғылай. Ә тауҙағы ҡар ҡатламы 200 көндән артыҡ иремәй. Айырым участкаларҙы йәйгеһен дә осратырға мөмкин. Халыҡ һынамыштары буйынса, әгәр Ирәмәлдә ҡар 14 октябргә тиклем яуһа, киләһе йәй йылы буласаҡ.

Әйткәндәй, Илнур AY YOLA этно-төркөмөн оҙатып барған. Экстремаль һауа шарттары музыканттарҙы ҡурҡытмай. Улар түбәһенә тиклем барып етә һәм хатта ҡурайҙа уйнай.

Фото: скриншот видео /«Башинформ»

Читайте нас