

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында сентябрь башында көндәр йылына.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 31 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +19, төндә +8 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 1 сентябрҙә, аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, төндә бер аҙ ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ +20 төндә +11 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Шаршамбыла, 2 сентябрҙә, шулай уҡ аяҙлы-болотло, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +25 градус тәшкил итһә, төндә +12-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.