

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда бөгөн, 2 сентябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25 градус тәшкил итә.
Кесаҙна, 3 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй, тик төндә көньяҡ-көнсығышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан төндә еңелсә, көндөҙ уртаса. Һауа температураһы төндә +9... +14, көнсығышта +4, көндөҙ +23...+28 градус.
Йома, 4 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, көнсығыш буйынса +4, көндөҙ +23, +28 градус.