

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында ял көндәрендә эҫе була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 4 сентябрҙә, аяҙлы-болотло, әммә яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +28, төндә +16 градус тәшкил итә. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 5 сентябрҙә, башлыса болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Термометр бағанаһы көндөҙ +27 төндә +15 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Аҙнаның һуңғы көнөндә, 6 сентябрҙә, аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +29, төндә +17 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.