

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында алдағы көндәрҙә һалҡынайта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 9 сентябрь, аяҙлы-болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +16, төндә +9 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, секундына10-12м тиҙлектә иҫәсәк.
Иртәгә, 10 сентябрҙә, аяҙлы-болотло була, ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +17, төндә +7 градус күрһәтә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, секундына 6-10 м тиҙлектә иҫә.
Ял көндәрендә аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +19...+20 градус булһа, төндә +10-ға тиклем түбәнәйә, тип фаразлай синоптиктар.