Һауа торошо Погода
10 Сентября , 11:31

Әҙер булығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр минстрлығы имен булмаған һауа шарттары иҫкәртте

Бөгөн, 11 сентябрҙә, аяҙлы-болотло һауа торошо. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә, көндөҙ көнсығышта секундына 14 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +5... +10°С, көндөҙ +17...+22°С. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.

Киләһе ике көндә, 12 һәм 13 сентябрҙә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡтан һәм көнбайыштан секундына 2-7 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 14 метрға тиклем көсәйә. Һауа температураһы төндә +5...+10°С, көндөҙ +15...+20°С.

Читайте нас