

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында сентябрь уртаһында йылыта, ямғыр яуа.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 14 сентябрҙә, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +10 градус тәшкил итә. Ел көнбайыштан төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 15 сентябрҙә, аяҙлы-болотло булыуы һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +22 төндә +15 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
Шаршамбыла, 16 сентябрҙә, болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +25 градус тәшкил итһә, төндә +16-ға тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.