

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында аҙна аҙағында аяҙыта һәм йылы була.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 17 сентябрҙә, болотло була, һибәләп ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +21, төндә +13 градус тәшкил итә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.
Иртәгә, 18 сентябрҙә, аяҙлы-болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы көндөҙ +21 төндә +11 градус күрһәтә. Ел төньяҡтан, талғын.
Я көндәрендә аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +21...22 градус тәшкил итһә, төндә +10...+11-гә тиклем түбәнәйә, тип прогнозлай синоптиктар.