Һауа торошо Погода
18 Сентября , 08:10

Әбейҙәр сыуағы килә

Ниһайәт, республикабыҙға ҡоро, ҡояшлы һәм йылы көндәр — «әбейҙәр сыуағы» килә.Төндәрен һауа температураһы +2...+7° тирәһе буласаҡ. Төньяҡ һәм таулы райондарҙа ғына ҡырау төшөүе (0...-2° тиклем) ихтимал. Әммә ял көндәрендә көндөҙ +17...+22° буласаҡ. Был климат нормаһынан 1–3° юғарыраҡ тигән һүҙ.Был көндәрҙә яуым-төшөмдәр көтөлмәй. Синоптиктар фаразлауынса, киләһе аҙна башында көндәр тағы ла йылытасаҡ һәм һауа температураһы норманан юғарыраҡ (4–6° ҡа) буласаҡ.

Автор:А. Булатова
Читайте нас